+24 °С
Ямғыр


30 сентябрҙә киске сәғәт 11-ҙә Благовещен районындағы "Шариповка" ял базаһында фажиғәле хәл булған. 1988 һәм 1991 йылғы ағалы-ҡустылы бер туғандар мунсанан һуң быуала һыу ингән, һуңынан һыуға сумғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире сыға алмағандар, уларҙы яҡында булған кешеләр һыуҙан алып сыҡҡан. "Ашығыс медицина" ярҙамы күрһәткән саҡта 1991 йылғы ир иҫенә килгән, ә икенсе ирҙе ҡотҡара алмағандар.
Ваҡиға урынында булған кешеләр һүҙҙәренсә, ирҙәр эскән булған.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.