

Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл ваҡиғалары һаны 18 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов “Юлға иғтибар” социаль кампанияһына арналған матбуғат конференцияһында.
Тура эфирҙа республикала юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә йүнәлтелгән сараларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тикшерелде. Быйыл һигеҙ айҙа ике меңдән ашыу авария теркәлгән, уларҙа 234 кеше һәләк булған. Беҙҙең республика Бөтә Рәсәй "Юлға иғтибар" социаль кампанияһына ҡушылған, ул халыҡтың иғтибарын юл хәрәкәтендә төп хәүеф факторҙарына йәлеп итеүгә һәм ваҡиғаларҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Йыл башынан алып автоһәләкәттәрҙә 382 бала зыян күргән һәм һигеҙ бала һәләк булған. Уларҙың күбеһе автотранспортта пассажирҙар була. Шулай уҡ бәлиғ булмаған водителдәр арҡаһында авариялар һаны ике тапҡырға арта. Бындай юл-транспорт ваҡиғаларында 54 үҫмер зыян күргән һәм икеһе һәләк булған. Йәйәүлеләр сифатында 113 бала зыян күргән, бер баланы ҡотҡарып алып ҡала алмайҙар.
“Һөҙөмтәлә һигеҙ ай эсендә балаларҙың аварияға бәйле хәле һуңғы биш йылда иң юғары күрһәткестәргә етте”, - тип белдерҙе Владимир Севастьянов.
Тап шуға күрә төбәктә сентябрҙең тәүге көндәренән башланған “Юлға иғтибар” федераль кампанияһына республика ведомстволары айырым әһәмиәт бирә. Юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, автозаправкаларҙа, автомәктәптәрҙә һәм парктарҙа төрлө мәғлүмәт саралары ойошторолған. Кампания “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә үтә.
Бынан тыш, I - IX класс уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй ”Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы старт алды, ул 15 октябргә тиклем учи.ру белем биреү платформаһында дауам итәсәк, тип хәбәр итте Владимир Севастьянов.
Фото: @bash_gibdd