Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
14 Сентябрь 2023, 03:54

Өс машина бәрелешкән...

Аварияла 31 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән.    

Өс машина бәрелешкән...Өс машина бәрелешкән...
Өс машина бәрелешкән...

Әлеге ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләй. Төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә иртәнге сәғәт 10-дар тирәһендә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1462-се саҡрымында өс машина - ике ҙур йөк һәм еңел автомобиль бәрелешкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 31 йәшлек еңел автомобиль водителенең ғүмере өҙөлгән.

Ҡот осҡос фажиғә урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас