Даирә
+24 °С
Дождь
Уяу булайыҡ
14 Сентября 2023, 09:16

Айыу тапалған...

Ваҡиға Күгәрсен районында булған.    

Айыу тапалған...Айыу тапалған...
Айыу тапалған...

Һуңғы осорҙа айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында йыш яҙалар. 12 сентябрҙә, тайыштабанға бәйле тағы ла күңелһеҙ хәл теркәлгән.

Хәл киске ваҡытта Магнитогорск - Ира автомобиль юлының 351-се километрында – Күгәрсен районының Ибрай ауылы янында булған. Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән 30 йәшлек ир ГАЗ "Некст" йөк машинаһында ҡапыл юлға килеп сыҡҡан айыуға бәрелгән.

Хайуан ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Водитель зыян күрмәгән, ә автомобиленә ремонт талап ителә.

Әле тикшереү бара, ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
 
Сығанаҡ: Башҡоростан гәзите
Айыу тапалған...
Айыу тапалған...
Айыу тапалған...
Автор:
Читайте нас