Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
10 Сентябрь 2023, 14:12

Кемдеңдер ғәзизе...

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икенселә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 123-сө саҡрымында ыңғай барған "БМВ X4" менән "Форд Фьюжн" бәрелешкән.

Кемдеңдер ғәзизе...Кемдеңдер ғәзизе...
Кемдеңдер ғәзизе...

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Форд" водителе, Учалы районынан 32 йәшлек ир, ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Уның пассажирҙары, 34 йәшлек ҡатын менән 12 йәшлек малай, йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. 

Һәләк булған водителдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-10/kemde-der-zize-3428680

 

Кемдеңдер ғәзизе...
Кемдеңдер ғәзизе...
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас