Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
10 Сентябрь 2023, 16:49

... балаҡайҙарҙың да кемеһе ялан аяҡ, кемеһе эске күлмәктә генә урамға атыла...

Белоретта янғын күп балалы ғаиләнең йортон тулыһынса юҡ иткән... 

... балаҡайҙарҙың да кемеһе ялан аяҡ, кемеһе эске күлмәктә генә урамға атыла...... балаҡайҙарҙың да кемеһе ялан аяҡ, кемеһе эске күлмәктә генә урамға атыла...
... балаҡайҙарҙың да кемеһе ялан аяҡ, кемеһе эске күлмәктә генә урамға атыла...

Төнгө сәғәт берҙә Ҡорос Сым урамында сыҡҡан ут йортто күҙ асып йомғансы ялмап ала. Йоҡлап ятҡан ерҙән ата-әсә лә, балаҡайҙарҙың да кемеһе ялан аяҡ, кемеһе эске күлмәктә генә урамға атыла. Йөрәктәрен дә, тәндәрен дә һалҡынлыҡ ҡороштора. Атай кеше ҡабаттан ут эсенә йомолоп, ҡайһы бер документтар ятҡан ҡапты ғына сығарып өлгөрә. Өй тотошлай утлы шарға әйләнгәндәй була...

Ихата эсендә торған еңел машинаны урамға этәләр. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килеп, улар янғынды һүндерә, артабан уның таралыуына юл ҡуймай. Бәхеткә күрә, янғын һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Төндө улар машинала үткәргән.

Дүрт балалы ғаилә ваҡытлыса туғандарында урынлашҡан, сөнки уларҙың йорто йәшәү өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ. Янғындың сәбәптәре тикшереү барышында асыҡланасаҡ.

Зинһар, уттан һаҡ булығыҙ! Йорт-ерегеҙҙе тикшереп-ҡарап ҡына тороғоҙ!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас