15 августа, кисен, Ҡолош ауылының Еңеү урамында ошо ауылда йәшәүсе 13 йәшлек үҫмер мототранспортҡа идара итеп, биш йәшлек баланы бәрҙерә һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса.
Юл ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бала ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Оператив-эҙләү саралары барышында водитель асыҡлана. Ваҡиға тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр билдәләнә.
Икенсе юл-транспорт ваҡиғаһы Шайморатов ауылында була. Бәлиғ булмаған бала мототранспорт сараһына идара итеп, «КамАЗ» машинаһын уҙып китеп барғанда, идара итә алмайынса, ауа. Юл-транспорт һөҙөмтәһендә ул тән йәрәхәттәре ала. Был факт буйынса тикшереү эше алып барыла.
Наталья Дударева,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны.