

9 августа Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылы эргәһендә төбәк әһәмиәтендәге юлда "Вектор" автобусы юлдан ситкә сығып киткән. Бәхеткә күрә, ПАЗ автобусындағы 30 пассажир һәм бер водитель имен-һау ҡалған.
Мәғлүм булыуынса, автобус Ҡариҙел - Ҡыҙыл Шишмә маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Водитель боролошта транспортҡа идараны юғалтыу һөҙөмтәһендә авария булған. Пассажирҙар тәғәйен урынға барып етһен өсөн икенсе автобус бирелгән.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Автор:Рәмилә Муси
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-08-10/ho-ay-e-arala-andyr-3380752