

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Архангел районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария 19 июлдә иртәнге 10-сы яртылар тирәһендә Архангел-Тәүәкәс автомобиль юлында булған.
«Фараздарҙың береһе буйынса, «ВАЗ-2107» рулендәге 51 йәшлек ханым тимер юл аша сығыу урынында светофорҙың тыйылған сигналына үтеп киткән һәм Раутау-Ҡарлыман участкаһы буйлап китеп барған тауар поезы менән бәрелешкән», — тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһынан.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәмшәйгән автомобиль эсенән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сығарған.
Водитель ваҡиға урынында йән биргән. Уның пассажиры дауаханаға оҙатылған.