Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
11 Июль 2023, 13:18

Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос янғын

Көндәр ныҡ эҫе тороу сәбәпле, янғын хәүефе артҡандан-арта. Кисә генә Әбйәлил районының Хәмит ауылында 4 йорт янып бөткәйне, бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Алексеевка ауылында ике йорт һәм йорт ҡаралтылары янып юҡҡа сыҡты.

Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос янғынҠырмыҫҡалы районында ҡот осҡос янғын
Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос янғын

Янғын һүндереүгә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре ярҙамға килә. 28 кеше, 8 автоцистерна һәм 3 һыу ташығыс йәлеп ителә. Барлығы 400 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелә. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, иртәгә елдең секундына 23-28 метр иҫеүе көтөлә. Шуға күрә, уттан айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Хоҙай һаҡланғанды һаҡлармын тигән.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас