Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
11 Июль 2023, 04:27

Мотоблок менән мотоцикл бәрелеп...

Транспорт саралары бәләкәй булһа ла, зыяны ҙур: бер кеше үлгән, дүрт бала йәрәхәтләнгән.     

Мотоблок менән мотоцикл бәрелеп...Мотоблок менән мотоцикл бәрелеп...
Мотоблок менән мотоцикл бәрелеп...

Кисә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ғәҙәти булмаған авария тураһында хәбәр килә. Мәләүез районының Ергән ауылында арбалы мотоблок менән мотоцикл бәрелешә.

Транспорт саралары бәләкәй генә булһа ла, унда алты кеше йәрәхәтләнә, уларҙың дүртеһе – балалар. Бер өлкән кеше һәләк булған, ул - мотоблок водителе. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың ғүмеренә бер нимә лә янамай.

Әлеге ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария һөҙөмтәләрен асыҡлай. Күренеүенсә, ошондай бәләкәй транспорт саралары ла үлемесле хәүеф тыуҙыра. Юлға нимә менән генә сыҡһағыҙ ҙа, ҡағиҙәләр тураһында онотмағыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас