Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
30 Июнь 2023, 04:54

Малайҙарҙы бал ҡорттары саҡҡан

Балаларҙың тәненән 465 ҡорт ҡаяуын алғандар...    

Малайҙарҙы бал ҡорттары саҡҡанМалайҙарҙы бал ҡорттары саҡҡан
Малайҙарҙы бал ҡорттары саҡҡан

Ишембай районының Әхмәр ауылында ике бер туған малайҙарға бал ҡорто күсе һөжүм итә. Балаларҙың бәләкәсе ҡасып китә ала һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыра. Бисараларҙы күмәкләп кенә ҡотҡара алалар.

Малайҙарҙы тәүҙә ауылдағы медицина пунктына алып барғандар, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар дауаханаһының реанимация бүлексәһенә оҙатҡандар. Унда туғандарҙың ҡул-аяҡтарынан, битенән, ҡолағынан, башынан 465 ҡаяу алғандар.

Әле малайҙар дауаханала табиптар күҙәтеүендә, уларҙың хәле яҡшыра.

Фото: Телеграм.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас