Дәүләт автоинспекцияһы йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә мөрәжәғәт итә. Юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә юлды сыҡҡанда абайлыҡ менән сығырға тәҡдим итә. Тик торған йәиһә хәрәкәт иткән транспорт булғанда юлды сығыу бик хәүефле. Шулай, 2023 йылдың биш айы эсендә республика биләмәһендә йәйәүлеләргә бәйле 358 (+0,3%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, һөҙөмтәлә 29 (+7,4%) кеше һәләк була һәм 348 (2,4%) төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр ала. Шул иҫәптә водителдәр арҡаһында йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә. Ағымдағы йылдың биш айында 263 (+9,6%) йәйәүлеләрҙе тапау йәиһә дөйөм һандан 73 %, һөҙөмтәлә 12 (+50,0%) йәйәүле һәләк була, 266 (+11,3%) төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре ала. Был факт ағымдағы йылда водителдәрҙең ҡағиҙәләрҙе үтәмәүе арҡаһында килеп сығыуын күрһәтә.
Райондың ЮХХДИ инспекторҙары бөтә юлда ҡатнашыусыларға юл ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе иҫкә төшөрә.
Наталья Дударева, ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны.