Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
27 Июнь 2023, 04:07

Ғүмергә һәм сәләмәтлеккә зыян килмәһен

23 июндә, 17 сәғәт 55 минутта Олокүл-Ҡабаҡ-Һыуыҡ Шишмә автомобиль юлының 12-се саҡрымында Митсубиси RVR һәм Swift мопедының юл-транспорт ваҡиғаһы була. Мопедҡа бәлиғ булмаған бала идара иткән.

Ғүмергә һәм сәләмәтлеккә зыян килмәһенҒүмергә һәм сәләмәтлеккә зыян килмәһен
Ғүмергә һәм сәләмәтлеккә зыян килмәһен

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике бәлиғ булмаған бала зыян күрә һәм тән йәрәхәттәре ала.
Ата-әсәләр, мототранспорт һатып алыр алдынан ныҡлап уйлауығыҙҙы үтенәбеҙ. Мотоциклда йөрөү бик хәүефле, әммә йәштәр өсөн мототехника бик ҡыҙыҡһындырғыс. Бәлиғ булмағандар водитель таныҡлыҡһыҙ, тәжрибәһеҙ, мотошлемһыҙ, өҫтәүенә пассажирҙар менән дөйөм йөрөгән юлдарҙа үҙҙәренең һәм башҡаларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, шәп тиҙлектә елдерәләр. Һуңғы ваҡытта спорт инвентары разрядына ингән кроссов мотоциклдар күбәйҙе. Был техника Дәүләт автоинспекцияһында иҫәпкә ҡуйылыуҙы һәм водитель таныҡлығы булыуҙы талап итмәй, тик махсус трассаларҙа ҡулланыу шарттарында ғына. Ләкин дөйөм юлға сығыу осрағында водителгә бөтә РФ юл йөрөү ҡағиҙәләре ҡағыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр ҙә бәлиғ булмаған бала 16 йәшкә етмәһә, уға законлы вәкилдәр яуаплы. Улар РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 5.35 статьяһы, 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Балаға 16 йәш тулғас, мопед, скутер, мотоциклға таныҡлыҡ булмаһа, 12.7 статьяһы, 1-се бүлегенә ярашлы РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙарға административ яуаплылыҡ - 5 меңдән 15 мең һумғаса күләмдә штраф һалына.
Наталья Дударева, ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас