Даирә
+21 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
16 Июня 2023, 17:21

Башҡортостанда йыл башынан 78 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Токсикологик мониторингтың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың ғинуар-майында Башҡортостанда 1401 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы теркәлгән, шуларҙың 314-е йәки 22,4%  үлем менән тамамланған.

Башҡортостанда йыл башынан 78 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгәнБашҡортостанда йыл башынан 78 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән
Башҡортостанда йыл башынан 78 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Стәрлетамаҡ (148), Өфө (143), Белорет (66), Октябрьский (22), Нефтекама (20), Туймазы (9), Ишембай (7), Дүртөйлө (5), Күмертау, Сибай (4), Бөрө, Мәләүез, Салауат (2-шәр), Ағиҙел, Бәләбәй, Благовещен, Межгорье, Учалы (1) ҡалаларында, Стәрлетамаҡ (24), Белорет (18), Өфө (13), Тәтешле (11), Туймазы (8), Әбйәлил, Дүртөйлө, Иглин (4), Ауырғазы, Борай, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы (3), Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Ҡалтасы, Салауат (2), Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Мәләүез, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында (1) хәмер менән ағыуланыу осраҡтары бар.

Бының төп сәбәптәре — башлыса этил спирты менән ағыуланыу (46,1%), тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында. Быйыл биш айҙа 78 кеше иҫерткес эсемлектәр эсеп вафат булған (былтыр ошо уҡ осорҙа - 66).

Был осорҙа наркотиктар менән ағыуланыуҙың 161 осрағы теркәлгән, шуларҙың 82-һе үлемгә килтергән. Ағыуланыу осраҡтары Өфө (113), Стәрлетамаҡ (12), Октябрьский (3), Белорет, Туймазы (2), Баймаҡ, Бөрө, Нефтекама, Салауат, Сибай (1) ҡалаларында, Өфө (8), Иглин (3), Благовещен, Туймазы, Шишмә (2), Белорет, Дыуан, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Учалы, Федоровка (1) райондарында күҙәтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-16/v-bashkirii-s-nachala-goda-ot-otravleniy-spirtosoderzhaschey-produktsiey-umerlo-78-chelovek-3302081

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас