Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
25 Май 2023, 13:38

Ҡыҙҙар ҙа үтә яман...

Октябрьский ҡалаһында йәш ҡыҙ бысаҡ менән янап, уҡыусы ҡыҙҙың кеҫә телефонын урлап ҡасҡан.

Ҡыҙҙар ҙа үтә яман...
Ҡыҙҙар ҙа үтә яман...

Ҡыҙыҡай мәктәптән һуң өйөнә тиҙерәк ҡайтып етер өсөн гараждар аша юлын ҡыҫҡартырға була. Шунда уға билдәһеҙ ҡыҙ осрап, телефонын һораған, йәнәһе лә, балаһына шылтыратыр кәрәк. Ҡыҙыҡай үҙенең телефонын сығара башлағас, юлбаҫар уға бысаҡ менән янап, гаджетты тартып алған да ҡасҡан. Бала кире мәктәпкә йүгереп килгән, уҡытыусыларға был турала һөйләгән. Педагогтар полицияға хәбәр иткән.

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 19 йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алған. Ул үҙ ғәйебен таныған. Һаҡ аҫтына алынған кеше талаусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: