Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
23 Май 2023, 13:44

Ҡатынын һәләк иткән...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Ҡыйғы районында теркәлгән фажиғәле хәлдең сәбәптәрен асыҡлай

Ҡатынын һәләк иткән...
Ҡатынын һәләк иткән...

21 майҙа киске сәғәт туғыҙҙа Олоыҡтамаҡ – Юныс – Йосоп – Дүшәмбикә автомобиль юлының 46-сы километрында 51 йәшлек ҡатын, "Лада Приора" автомобиленә идара иткән саҡта юлдан ситкә оса. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын ваҡиға урынында уҡ вафат була.

Билдәле булыуынса, ир менән ҡатын ҡунаҡтан һуң өйҙәренә юллана. Эскән ир водитель таныҡлығы булмаған ҡатынына транспортҡа идара итеүҙе тапшыра. Ир әйтеүенсә, ҡатыны айныҡ хәлдә булған.

Әле был хәлгә асыҡлыҡ индерелә.

18 майҙа ла кисен Асҡын районында Ключи-Асҡын автомобиль юлының 1-се саҡрымында ошоға оҡшаш авария теркәлгән: Свердловск өлкәһенән 37 йәшлек егет " Тойота Рав 4" автомобилендә түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель ашығыс ярҙам автомобилендә вафат була.

Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә, иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы тураһында Башҡорртостан буйынса эске эштәр министрлығының ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса хәбәр итә алаһығыҙ: 8(347) 279-32-92. Шулай уҡ телеграмдағы мессенджерҙа – @GIBDDRB_02bot

“Тик берҙәм тырышлыҡ менән юлдағы фажиғәләрҙе туҡтатата аласаҡбыҙ”, – ти ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.

Фото: @bash_gibdd

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: