Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
17 Май 2023, 11:46

"Аварияла Диана үҙе ғәйепле..."

Йырсы Әнүәр Нурғәлиев һеңлеһенең фажиғәһенә бәйле ниҙәр еткерҙе?

"Аварияла Диана үҙе ғәйепле..."
"Аварияла Диана үҙе ғәйепле..."

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев һеңлеһе Диана һәләк булған авария буйынса хәлде контролдә тотоуы тураһында һөйләгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Диананың машинаһын "Toyota Camry" ситкә тайпылырға мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә уның автомобиле бағанаға барып бәрелә. Ғәйепле водитель авария урынынан ҡаса, тик уны камераларҙан ҡарап табып, полицияға килтерәләр.

“Аварияла ғәйепле кеше иҫерек булған. Шул уҡ көндә ул үҙенең ғәйебен танығайны. Ир иҫерек булған”, – ти йырсы. Уның әйтеүенсә, ғәйепләнеүсенең “Тойота”һы тулыһынса тонировкаланған. Әйткәндәй, артистың һүҙҙәренсә, был ир менән Диана үҙ-ара таныш булған.

“Тик бер кем дә балалар тураһында һорашмай. Теге яҡ ҡыҙыҡһынмай ҙа, тик үҙҙәре тураһында ғына уйлайҙар”, – тигән ул.

Әнүәр Нурғәлиев әйтеүенсә, социаль селтәрҙә уның сәхифәһендә ҡайһы бер кешеләр "Аварияла Диана үҙе ғәйепле" тип яҙып маташа. Йәнәһе, уның машинаһы тәүҙә бордюрға бәрелә, аҙаҡ “Камри”ға килеп төкөй.

“Унда бит юл тар. “Камри” ҡаршыһына килгән, ә Диана тура барған. Улар сыға ла, уны төкөтә”, – ти артист.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был авария 9 май төнөндә Шишмә районында булды. Диананың өс бәләкәй балаһы ҡалды. Уларҙы өләсәһе менән олатаһы тәрбиәгә алған.

Фото: newsbash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: