Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
12 Апрель 2023, 16:08

Өләсәйҙәрҙе лә күҙәтеп тороғоҙ!

Сүп-сар үртәмәгеҙ, шашлыҡ ҡурмағыҙ... 

Өләсәйҙәрҙе лә күҙәтеп тороғоҙ!
Өләсәйҙәрҙе лә күҙәтеп тороғоҙ!

Яҙ килеү менән кеше тәбиғәткә тартыла. Туристар урман-ҡырҙарға сәйәхәткә сыға. Унда усаҡ та яғалар, шашлыҡ та ҡуралар. Тап шул мәлдә урман янғындары йышая. 

Ихата тирәһен дә йыйыштыралар, сүп-сар үртәйҙәр. Яңы ғына Татарстанда 87 йәшлек өләсәй шулай ҡый-һай яҡҡанда һаҡһыҙ ҡылана, һәм ут ҡаралтыларға тоҡанып, биш торлаҡ һәм торлаҡ булмаған бина юҡҡа сыға. Биш хужалыҡ зыян күрә. Ошондай осраҡтарҙа һаҡ булырға кәрәк. 

Быйылғы иртә яҙ янғындар миҙгелен дә иртәләтте. Дөйөм алғанда, йыл башынан республикала 1930 янғын сығыу осрағы теркәлгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда, был 27 процентҡа күберәк.

Тәбиғәттәге янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу. Һәр осраҡ тикшерелә, ғәйеплеләр яуапҡа тарттырыла, ти Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы өлкән тәүтикшереүсеһе Эмиль Вәлиәхмәтов.

Фото: nypost.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: