Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
4 Апрель 2023, 16:04

Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән

Үкенескә күрә, был юлы ла бәлә-ҡаза ҡорбанһыҙ үтмәгән...

Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә Ҡалтасы районының Бәләкәй Ҡураз ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, объекттың янғын һағы ебәрелгән.

«Янғындың 6-5 метр ҙурлығындағы бүрәнә ҡаралтыла сығыуы асыҡланған. Асыҡ ут ярты сәғәт эсендә һүндерелгән. Үкенескә күрә, был юлы ла янғын ҡорбанһыҙ үтмәгән, утты һүндергән саҡта 1983 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған», - тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Ваҡиға урынында тикшереү бара, янғын сәбәптәре асыҡлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙы ут менән һаҡ булырға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын, мейесте ҡулланмаҫҡа, балаларҙы һәм яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, "101" һәм "112" телефондары аша шылтыратып, ярҙам саҡырығыҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: