Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
27 Март 2023, 21:24

Юлдар имен булһын

Мәктәпкәсә йәштән үк балаларға урамдарҙа, юлдарҙа юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатырға кәрәк.

Юлдар имен булһын
Юлдар имен булһын

Бигерәк тә балалар өсөн юлдарҙағы хәрәкәт хәүефле булып тора. Уларҙыңъ юл ҡағиҙәләрен белмәүе, йәиһә аҙағын уйламайынса уларҙы боҙоуҙары арҡаһында бәхетһеҙ осраҡтар килеп сыға. Беҙҙең бурыс – юлдарҙа яуаплылыҡ тәрбиәләү, ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе ғәҙәткә индереү, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү.
Беҙ, ата-әсәләр менән берлектә, кесе йәштән сабыйҙарға юл ҡағиҙәләрен аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Балалар баҡсаһында алған белемдәрен сабыйҙар өйҙәрендә лә нығыта. Юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса белемде нығытыу өсөн бөтә төркөмдәрҙә лә “Иғтибар, балалар!” тигән саралар ойошторолдо.
Уларҙа алынған белем артабан юлдарҙа ҡулланылһын, барыһына ла хәүефһеҙ юлдар теләйбеҙ.
Наталья Йәрмөхәмәтова, “Бал ҡорто” балалар баҡсаһының физкультура буйынса инструкторы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: