Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
13 Февраль 2023, 08:16

Эшләргә өйрәнә башланыҡ

Интеллектуаль системалар юл хәрәкәтен яҡшыртырға ярҙам итергә тейеш тип көтөлә    

Эшләргә өйрәнә башланыҡЭшләргә өйрәнә башланыҡ
Эшләргә өйрәнә башланыҡ

Өфөлә төбәк Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге асылды. Ул республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында урынлашҡан, унда автоматлаштырылған режимда республика юлдарындағы ағымдағы хәл тураһында мәғлүмәттәр туплана. Был турала бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

– Беҙ интеллектуаль ҡарарҙар менән тулы, уңайлы заманса эш системаларын булдырырға өйрәндек. Шуға күрә, минеңсә, яҡшы әйбер килеп сыҡты. Был проект артабан да үҫешер, тип ышанабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Алдан хәбәр ителеүенсә, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгендә Радий Фәрит улы 9 февралдә булғайны. Интеллектуаль системалар юл хәрәкәтен яҡшыртырға ярҙам итергә тейеш тип көтөлә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-02-13/eshl-rg-yr-n-bashlany-3140885
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас