Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
4 Февраль 2023, 20:15

Был шәмбе бәлә килтерҙе

Бөгөн ҡайғылы хәбәрҙәр күбәйҙе...   

Был шәмбе бәлә килтерҙе
Был шәмбе бәлә килтерҙе

Бөгөн иртә менән Стәрлетамаҡ янында булған авария кеше ғүмерен өҙҙө. Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 151-се километрында еңел автомобиль менән йөк машинаһы бәрелешә. “Лада Приора” руле артында 31 йәшлек Көйөргәҙе районы егете ултырған. “Скания” йөк машинаһы менән 39 йәшлек Өфө районы кешеһе идара иткән.

Был ике машина бәрелешкәндән һуң, уларға “Ниссан Кашкай” килеп төкөлгән.

“Авария һөҙөмтәһендә ватан машинаһы водителе урында һәләк була. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар һөйрәп сығарҙы. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләне”, – тигән ЮХХДИ хеҙмәткәре.

Күп тә үтмәй республиканың икенсе яғында – Әбйәлил районында тағы бер үлемесле авария теркәлә. Бында “Лексус” менән ВАЗ-2114 машиналары бәрелешә. Һөҙөмтә шулай уҡ аяныслы: урында ватан машинаһы водителе һәләк була. Уның ҡатын-ҡыҙ булғаны билдәле.

Һуңғы көндәрҙә республикала үлемесле авариялар булмай торғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө шәмбе иртәһе насар яңылыҡтар килтерҙе. Ҡышҡы юлдың айырыуса хәүефле икәнлеге тураһында онотмайыҡ. Барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп йөрөргә кәрәк, һәр кемде өйҙә көтәләр.

Фото: Телеграм. 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: