Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
7 Ғинуар 2023, 19:07

Оло йәштәге ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлдө...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәрендә янғындар һаны кәмемәй.

Оло йәштәге ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлдө...
Оло йәштәге ир һәм ҡатындың ғүмере өҙөлдө...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, бөгөн төндә Ейәнсура районының Элмәле ауылындағы йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан.

Ваҡиға урынына махсус хеҙмәткәрҙәр килгәндә, ағас бинаны ут ялмап алған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Улар - 85 йәшлек ир менән 81 йәшлек ҡатын. Әле 40,5 квадрат метр майҙанда ут һүндерелгән. Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр белгестәре һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар бәлә сәбәптәрен асыҡлай.

Шулай уҡ кисә янғын һүндереүселәр Өфөлә күп фатирлы йортта сыҡҡан уттан 16 кешене ҡотҡарған. Мәҫәлән, СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Был турала киске сәғәт 9 тула 4 минутта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Йортта ут 8-се ҡаттағы фатирҙарҙың береһендә сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр 16 кешене ҡотҡарған, 25 кешене эвакуациялаған. Бер ир зыян күргән, ул 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған. Асыҡ янғын киске сәғәт 9-сы 25 минутта һүндерелгән. Был эшкә 45 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.

Көндәр һыуытыу менән ут сығыу осраҡтары күбәйҙе. Һаҡ булығыҙ, йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, яғылған мейесте һүндермәй сыҡмағыҙ, газ приборҙары менән иғтибарлы булығыҙ!

Фото: "Башинформ".

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: