Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
6 Ғинуар 2023, 20:37

Республикала ике йүнәлештәге юлда сикләү индерелде

Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр, алыҫ юлға сығыуҙан баш тартырға кәңәш итәбеҙ.   

Республикала ике йүнәлештәге юлда сикләү индерелде
Республикала ике йүнәлештәге юлда сикләү индерелде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 6 ғинуарҙа, 18.00 сәғәттә Башҡортостандағы төбәк әһәмиәтендәге Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 67+000 – 205+000 саҡрымында ҙур йөк автомобилдәре, пассажир автобустары һәм маршрут таксиҙары хәрәкәте сикләнде. Был һауа торошоноң насарайыуына бәйле – туҡтауһыҙ ҡар яуа, юлда боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары хасил булған, юл насар күренә.

Ваҡытлыуса сикләү 7 ғинуарҙың 08.00 сәғәтенә тиклем индерелгән.   

Шулай уҡ бөгөн 10.15 сәғәттә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында “Көньяҡ Урал” (Силәбе) юл идаралығының административ акттары буйынса йөк машиналары өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде. Көслө ҡар, буран сығыуға бәйле автомобиль юлының 1548+651 километрында (Башҡортостан Республикаһы менән сиктәш) ҙур йөк автомобилдәре, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары өсөн юл ябылғайны. Юл хәрәкәтен сикләү бөгөн 21.00 сәғәттә тамамланырға тейеш.

– Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр, алыҫ юлға сығыуҙан баш тартырға кәңәш итәбеҙ. Юлға сыҡҡан хәлдә, тиҙлек режимын мотлаҡ күҙәтегеҙ, транспорт саралары араһындағы алыҫлыҡты һәм ситтән интервалды һаҡлағыҙ, – тип иҫкәрттеләр ведомствонан.

Фото: @mchsrb .

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: