Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
4 Ғинуар 2023, 17:24

Кескәй бала менән ҡар ҡамауында...

Автомобиль салонында ике йәшлек ейәндәре булған  

Кескәй бала менән ҡар ҡамауында...
Кескәй бала менән ҡар ҡамауында...

Кисә Магнитогорск-Ира автомобиль юлында, Сибайҙан ете саҡрым алыҫлыҡта оло ғаилә пары ике йәшлек ейәне менән "Toyota Sprinter" автомобилендә ҡарға сумған. Ғаилә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан Магнитогорскиға юлланған булған.

Улар үҙҙәренең көсө менән генә ҡар ҡамауынан сыға алмаҫтарын аңлап, ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән. Сибай ҡалаһы ҡотҡарыусылары ваҡиға урынына тиҙ арала килеп, машинаны ҡар ҡамауынан сығарған һәм зыян күреүселәрҙе эҫе сәй менән һыйлап, артабан юлға оҙатҡан.

Сибай ҡалаһының зона эҙләү-ҡотҡарыу бүлеге етәксеһе Бүләк Ишемғолов белдереүенсә, буранлы һәм ҡарлы көндә водителдәргә 10-сы баҡса тирәһендә Төйәләҫ йылғаһы аша түгел, ә эзбиз карьеры аша урау юл менән файҙаланырға кәңәш итә. Ә иң яҡшыһы: ҡар яуып, буран баҫылғанса, оҙон юлға сыҡмай торорға. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: