Даирә
+21 °С
Болотло
Уяу булайыҡ
16 Декабрь 2022, 09:41

Республикала оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәр

Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә билдәһеҙ водитель артҡа сигенгәндә 79 йәшлек ҡатынды бәрҙергән, шунан һуң юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Йәрәхәтләнгән ҡатын дауаханаға оҙатылған.

Республикала оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәрРеспубликала оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәр
Республикала оло йәштәге инәйҙе бәрҙергән водителде эҙләйҙәр

Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле водителде эҙләй. Бәлки, водитель йәйәүлене шәйләмәгәндер ҙә.

«Ваҡиға шаһиттарын яҡындағы полиция бүлегенә йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-ның дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-12-16/v-bashkirii-razyskivaetsya-voditel-sbivshiy-na-doroge-babushku-3074955

 

Автор:Дарья Субботина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас