Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
5 Декабрь 2022, 19:53

Атаһы үтә ауыр хәлдә...

Һәләк булған ҡыҙҙың береһе игеҙәктең һыңары булған  

Атаһы үтә ауыр хәлдә...
Атаһы үтә ауыр хәлдә...

Бөгөн төн менән булған янғын бала ғүмерен өҙҙө тип хәбәр иткәйнек. Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә, "Төҙөүсе" баҡсасылар ширҡәтендә сыға ул. Янғында ете йәшлек ҡыҙ бала һәләк булды, өс кеше дауаханаға эләкте.

Әле асыҡланыуынса, был баҡса йортонда күп балалы ғаилә йәшәгән. Ғаилә башлығына – 51, ҡатынына 45 йәш булған. Улар етешәр йәшлек ике игеҙәк ҡыҙҙы үҫтергән. 17 йәшлек малайҙары был төндә олатаһында ҡунаҡта булып ҡалған.

Әле зыян күргән ғаилә дауаханала. Табиптар хәбәр итеүенсә, ир кеше бик ауыр хәлдә. Уның кәүҙәһе, ҡулдары һәм аяҡтары 2-се һәм 3-сө дәрәжәлә бешкән. Ҡатын кешенең кәүҙәһе 1-се һәм 2-се дәрәжә бешкән. Иҫән ҡалған ҡыҙҙарының ҡулдары янған.

Әле был хәлде тикшереү дауам итә. Хоҡуҡ һаҡсылары янғындың сәбәптәрен асыҡларға тейеш.  

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: