Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
20 Ноябрь 2022, 11:18

Балконда ятҡан газ баллоны шартлаған тиҙәр...

Туғыҙ кеше һәләк булған, дүртеһе - балалар... Емереклектәр араһында тағы кешеләр ҡалған, уларҙы әле эҙләйҙәр  

Балконда ятҡан газ баллоны шартлаған тиҙәр...
Балконда ятҡан газ баллоны шартлаған тиҙәр...

Бөгөн Рәсәй ҡалаларының береһенә йәнә ҙур ҡайғы килде. Сахалиндағы Тымовское ҡасабаһында урынлашҡан биш ҡатлы йортта шартлау булды. Һөҙөмтәлә бер подъезд тулыһынса емерелеп төшкән.

Ял көнө булғанлыҡтан, кешеләр башлыса өйҙә булған. Шартлау урындағы ваҡыт буйынса төш көнө яңғыраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле туғыҙ кешенең һәләк булғаны билдәле. Уларҙың дүртеһе – балалар. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, алтынан алып унға тиклем кеше йәрәхәттәр алған. Уларҙы тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар һәм шаһиттар емереклектәр араһынан һөйрәп сығарған. Әле һаман кешеләрҙе эҙләү дауам итә, өс кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Шартлау бик көслө булған. Йорттоң иҫән ҡалған өлөшө лә саҡ тора тип баһалай белгестәр, стеналар ярылған. Күрше йорттоң тәҙрәләре ватылған.

Бында йәшәгән кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына ебәрәләр. Урындағы властар уларға ярҙам итергә әҙер. Билдәләнеүенсә, бөтәһенә лә яңы торлаҡ алынасаҡ. Шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаиләләре һәм йәрәхәтләнгәндәр аҡсалата компенсация аласаҡ. 

Шартлауҙың сәбәбенә килгәндә, бында газ ғәйепле тиҙәр. Шуныһы, был йортҡа газ үтмәгән. Шаһиттар әйтеүенсә, газ менән баллон кешеләрҙең береһендә балконында булыуы ихтимал. Әле хәлде тикшереү бара. 

Фото: Уфа1. 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: