Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
15 Ноябрь 2022, 14:53

Янып үлеүҙәре аяныслы

Бындай осраҡтарҙа “101” һәм “112” телефондарына шылтыратығыҙ.

Янып үлеүҙәре аяныслы
Янып үлеүҙәре аяныслы

Янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртеү саралары күрелһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле утта кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары теркәлә. Мәҫәлән, 13 ноябрҙә Благовар районында ошондай хәл булды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 13 ноябрҙә кискә ҡарай Благовар районының Шәмәй ауылында йорт янған. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Благовар ирекле янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре сыға. Ҡотҡарыусылар килгәндә 6х8 метр ҙурлыҡтағы өйҙө ”ҡыҙыл әтәс” ялмап алған була. 45 минут эсендә утты һүндереүгә өлгәшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 1955 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

14 ноябрҙә, 08:47 сәғәттә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы күп фатирлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә, беренсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙа ут ҡоторған була. Хәүеф янаған урындан биш кешене алып сыҡҡандар. 1939 йылғы ир кеше үҙе сығырға маташып, яраланған, уны дауаханаға алып киткәндәр. Ете квадрат метр майҙанды ялмап алған утты шунда уҡ һүндергәндәр, көнкүреш әйберҙәре зыян күргән.

 “Ҡәҙерле граждандар! Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу фажиғәле тамамлана. Мейесте йылытҡанда, электр ҡорамалдарын тотонғанда һаҡ булығыҙ. Мейесте яҡҡанда, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, уларҙы көсөргәнешле эшләтмәгеҙ. Электр сымдарының торошон күҙәтегеҙ, кәрәк булһа, алмаштырыу йәки йүнәтеү талап ителһә, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, кисектермәйенсә белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Янғын хәүефе янағанда, ут сыҡҡан осраҡта, “101” һәм “112” телефондарына шылтыратығыҙ”, – тип кәңәш итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы белгестәре.

Көндәр һалҡынайтҡас, янғын сығыу осрағы тағы ла арта, сөнки йылытыу приборҙары менән файҙаланыусылар, мейес яғыусылар арта, һаҡһыҙлыҡ тураһында оноталар. Был яуапһыҙлыҡ иһә кеше ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, өлкән быуын кешеләрен һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! 

Бөгөнгө заманда ла кешеләрҙең янып үлеүе аяныслы... 

Фото: @mchsrb.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: