Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
15 Ноябрь 2022, 14:50

Әсәһе ныҡ көткәйне лә бит...

Егетте урманда тапҡандар. 

Әсәһе ныҡ көткәйне лә бит...
Әсәһе ныҡ көткәйне лә бит...

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 27 йәшлек Александр И. 3 ноябрҙә юғалған тип хәбәр иткәйнек. Ир кис менән өйөнән сығып киткән һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә уны үле килеш тапҡандар тигән хәбәр килде. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы яҙҙы.

Ир юғалыу менән уны ирекмәндәр һәм полиция эҙләне. Әсәһе улының һуңғы шылтыратҡанда тауышы моңһоу булыуын ишетеп, уның өсөн ныҡ борсола ине. Баҡһаң, ул йөрөгән ҡыҙы менән ташлашҡан һәм шул ваҡиғаны бик ауыр кисергән булған.

Һөҙөмтәлә, кисә ирекмәндәр уның кәүҙәһен тапҡан. Ул урманда булған. Уның ни сәбәпле үлеүе хәбәр ителмәй.

– Бик ныҡ йәл. Изге күңелле, йылмайыусан, ярҙамсыл кеше ине. Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, – тип яҙған уның тураһында танышы.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-15/s-e-ny-k-tk-yne-l-bit-3030157
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: