Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
15 Ноябрь 2022, 15:06

Рулдәге әҙәм иҫерек булған

14 ноябрҙә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән.

Рулдәге әҙәм иҫерек булған
Рулдәге әҙәм иҫерек булған

Төндә Магнитогорск-Ира трассаһының 130-сы километрында, Баймаҡ районында, Йылайыр районынан 28 йәшлек егет “ВАЗ-2107” автомобилендә юл ситенә төшөп киткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән водителде Сибай дауаханаһының травматология бүлегенә алып баралар. Ул эскән булған, тынында 0,332 мг спирт барлығы асыҡланған. Билдәле булыуынса, ирҙең водитель танытмаһы бөтөнләй булмаған. Етмәһә, бер ай элек ул иҫерек килеш машинала йөрөгәндә тотолоп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Икенсе тапҡыр ошондай хоҡуҡ боҙған өсөн енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.

– Иҫерек водителдәр үҙҙәрен генә түгел, башҡа юлсыларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуя. Автоһәүәҫкәрҙәр табындан һуң рулгә ултырыу өсөн күп һылтау һәм сәбәп табып, иң мөһимен онота — спиртлы эсемлектәр реакцияны кәметә һәм машина йөрөтөүҙе контролдә тотоу мөмкинлеген сикләй. Улар, хәмер тәьҫирендә булһа ла, үҙҙәрен бөтөнләй айыҡ һәм аҡылы асыҡ тип тоя, – тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Уҙған тәүлектә, 14 ноябрҙә, республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун өс кеше зыян күргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡағылышлы 1300-ҙән ашыу осраҡты асыҡлаған, 26 иҫерек водителде тотҡан, уларҙың өсөһө икенсе тапҡыр иҫерек килеш рулгә ултырған.

Шулай уҡ кисә киске сәғәт етелә Өфөнөң Октябрь проспектында, “Дан бульвары” туҡталышы ҡаршыһында, өс автобус бәрелешә: “НефАЗ”, “Форд Транзит” һәм “Лотос”. Авария һөҙөмтәһендә “Форд” автобусының биш пассажиры зыян күргән, улар дауаханаға оҙатылған.

Әле юлдарҙа боҙлауыҡ, был иһә тағы ла хәүефте арттыра. Шуға ла водителдәргә тиҙлекте арттырмай, ҡабаланмай, арауыҡты күҙәтеп йөрөү кәңәш ителә.

Фото: @bash_gibdd.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: