Даирә
+24 °С
Дождь
Уяу булайыҡ
7 Ноября 2022, 15:45

Улар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Яңы йыл байрамдары осоронда янғынға ҡаршы хеҙмәттәрҙең эшен өҫтәмә көсәйтәсәктәр.  

Улар ғүмерҙәрҙе ҡотҡараУлар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара
Улар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Республикалағы торлаҡ фондының яртыһы янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар менән йыһазландырылған. Уларҙың эшләүе арҡаһында 2016 йылдан алып 747 кеше, шул иҫәптән 280 бала ҡотҡарылған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостанда бирелгән янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар иҫәбе 900 меңдән ашҡан. Шуларҙың 460 меңе төбәк бюджеты иҫәбенә ҡуйылған.

Ҡышҡы миҙгелдә янғындарҙы иҫкәртеү тураһында һөйләгәндә Фәрит Ғүмәров, был осорҙа янғындар һаны арта, тип билдәләне. Был, тәү сиратта, йылытыу приборҙарын һәм мейестәрен файҙаланыу менән бәйле.

– Зона принцибы буйынса эшләгән мобиль иҫкәртеү төркөмдәре ойошторолдо. Быйыл улар биш меңдән ашыу рейд үткәргән, 48 мең шәхси йорттоң һәм фатирҙың янғынға ҡаршы торошон тикшергән. 45 мең янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы таратылған. Хәүеф төркөмөндә йәшәүселәргә кураторҙар беркетелгән, улар даими рәүештә йәшәгән урындары буйынса килеп йөрөй, – тине Фәрит Ғүмәров. – Яңы йыл байрамдары осоронда янғынға ҡаршы хеҙмәттәрҙең эшен өҫтәмә көсәйтәсәкбеҙ. Уҙған йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, күрелгән иҫкәртеү саралары ыңғай динамика бирә.

Фото: trud-kamensk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас