Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
7 Ноябрь 2022, 15:48

"Бына һиңә әхирәт!"

Аҡсаны ул букмекер ставкаларына сарыф иткән...  

"Бына һиңә әхирәт!""Бына һиңә әхирәт!"
"Бына һиңә әхирәт!"

Ишембай районының мировой суды урында йәшәгән ҡатынға ҡарата мутлашыу буйынса ҡарар сығарған, тип хәбәр итә "Башинформ".

Суд шуны асыҡлаған: 2021 йылда өс әхирәтенең паспорт мәғлүмәттәрен файҙаланып, интернет аша микрокредит ойошмалары менән 15 займ килешеүе төҙөгән ул. Йәмғеһе 111 мең аҡса алған. Артабан был ҡатын аҡсаны букмекер ойошмаларында ставка эшләүгә сарыф иткән. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре был енәйәти ҡылыҡты асыҡлаған. Шулай итеп, мутлашҡан ҡатын ҡулға алынған. Судта ул ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Уға ҡарата әхирәттәренә килтергән зыянды ҡапларға һәм өс йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарылған.

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас