Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
5 Ноябрь 2022, 15:09

Ҡырмыҫҡалыла – үлемесле авария

Ҡырмыҫҡалы районының Өфө- Белорет трассаһында ВАЗ-2110 һәм Skoda Rapid машиналары бәрелешеү һөҙөмтәһендә ҡот осҡос һәләкәт була.

Ҡырмыҫҡалыла –  үлемесле аварияҠырмыҫҡалыла –  үлемесле авария
Ҡырмыҫҡалыла – үлемесле авария

Көслө бәрелеүҙән сит ил машинаһы кюветҡа сығып оса. Һөҙөмтәлә, 57 йәшлек пассажир ҡатын алынған тән йәрәхәттәренән һәләк була.  Икенсе машинаның хужаһы һәм ундағы 14 һәм 16 йәшлек балалар дауаханаға оҙатыла.

Юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эште дауам итә, тип хәбәр итә баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

 "Башинформ"дан алынды

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас