

Кострома ҡалаһында бөгөн төн менән ҙур фажиғә булды. Ҡаланың “Полигон” кафеһында янғын сығып, кешеләр һәләк булды. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, әле 13-тән 15-кә тиклем ҡорбан тураһында билдәле.
Янғын башланған ваҡытта кафела 250 самаһы кеше булған. Уларҙың 13-ө һәләк булған, туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән. Төтөндөң ныҡ булыуы сәбәпле кафе янындағы йорттан 15 кешене эвакуациялағандар.
Янғын башланғас, кафе эсендә тапалыш булған. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, унда эвакуация ишектәре бикле булған, шуға ҡорбандар күп булған. Шулай уҡ уттың кафе янындағы аҙыҡ-түлек магазины, матурлыҡ салоны һәм барға зыян килтергәне билдәле.
Тәфтиш комитеты һәм прокуратура ике енәйәт эше ҡуҙғатҡан: “ике һәм унан да күберәк кешене һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү”, шулай уҡ “хеҙмәттәрҙе тейешенсә күрһәтмәү тураһында”ғы статьяға ярашлы.
Фараздарҙың береһе буйынса, янғын бер ирҙең һуғышҡан саҡта ракетницанан атҡаны арҡаһында сыға. Ир атҡан һәм сығып ҡасҡан. Уны бөгөн ҡулға алғандар.
“Оператив-эҙләү саралары комплексы һөҙөмтәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре Кострома ҡалаһындағы күңел асыу йорттарының береһендә хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеүҙә ғәйепләнеүсене асыҡланы һәм ҡулға алды. Әлеге ваҡытта ул тәфтиш органдарына тапшырылған”, – өлкәнең Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: smotrim.ru