Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
6 Сентябрь 2022, 12:22

1,5 миллион һумын тотҡан да күсергән

Был хәл Октябрьский ҡалаһында булған. Асыҡланыуынса, егеттең абонент номерына билдәһеҙ кеше шылтыратып...

1,5 миллион һумын тотҡан да күсергән
1,5 миллион һумын тотҡан да күсергән

Күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, халыҡ һаман булһа мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеүен дауам итә. 

Октябрьский ҡалаһында 26 йәшлек егет полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, уның абонент номерына билдәһеҙ кеше шылтыратып, артабан дивидендтар алыу өсөн аҡса һалырға тәҡдим иткән. Артабан аферист уны банкта кредит алырға күндергән. Зыян күреүсе кредит аҡсаһын мутлашыусының үҙенә билдәләнгән урында алып барып тапшырған. Аферист үҙ ролен виртуоз башҡарған, 26 йәшлек ирҙең үҙ ҡулы менән унан аҡса алыуы хаҡында таныҡлыҡ яҙған. Ләкин мутлашыусыға ышанып, текст менән танышмаған, ә һуңынан уны бөтөнләй юғалтҡан.

Енәйәтсе ошо енәйәттән зыян күреүсегә миллион ярым һум күләмендә зыян килтергән.

"Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья буйынса енәйетсегә ун йылға яҡын иректән мәхрүм итеү ҡарала. Тикшереү дауам итә", - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре тип йәиһә башҡа алдап шылтыратыусыларға бер ваҡытта ла иҫәп картаһынаң номерын әйтергә ярамай, кемдеңдер һүҙенә алданып йыйған аҡсаларығыҙҙы бирмәгеҙ. банктан сисмәгеҙ. Сит номерҙан шылтыратыусылар булһа, абай булығыҙ!

Фото: tadviser.ru

Автор:Карима Усманова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: