Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
30 Август 2022, 11:22

Телефонына текләп барып...

Ҡатын шул урында йән биргән. 

Телефонына текләп барып...
Телефонына текләп барып...

Кисә Иглин районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Йөк поезы ҡатынды тапатҡан. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтте.

Ваҡиға Иглин - Таутөмән юлының 1658-се километрында булған. Ҡатын тимер юл янынан китеп барған, уның был саҡта телефонына мөкиббән киткәне билдәле.

Уны күреп ҡалған поезд машинисы тауыш биргән һәм ашығыс тормозға баҫҡан, тик бәрелештән ҡасып булмаған. Ҡатын урында йән биргән.

Әле тәфтишселәр был бәхетһеҙ осраҡты тикшерә.

Юлда йөрөгән саҡта телефонға ҡарап барыу хәүефле. Шуға күрә юлда, рулдә, тимер юлы янында уны ситкә алып тороу хәйерлерәк.

Фото: ГорОбзор. 

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-08-29/telefonyna-tekl-p-baryp-2927293

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: