Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
17 Август 2022, 12:06

Эй үҫмер, үҫмер...

Бөгөн иртә менән Дәүләкән районында фажиғә

Эй үҫмер, үҫмер...
Эй үҫмер, үҫмер...

Бөгөн таң менән Башҡортостандың Дәүләкән районында үлемесле авария теркәлгән. Юлда 15 йәшлек үҫмер һәләк булған.

Авария таңғы алтыла райондың Поляковка-Черниговка автомобиль юлының икенсе километрында була. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 йәшлек үҫмер “Хендай Акцент” машинаһы руле артында китеп барғанда юлдан оса һәм түңкәрелә. Алған йәрәхәттәренән бала урында һәләк була.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, малай ике туған ағаһының машинаһын һорамайынса алып сығып киткән. Әле был хәл буйынса тикшереү башланған.

Шул тиклем үкенесле хәл... 

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: