Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
17 Август 2022, 12:08

Биш миллион һум аҡсаһынан "елдәр" иҫкән

Уны ул үҙ ҡулдары менән мутлашыусылар иҫәбенә күсергән

Биш миллион һум аҡсаһынан "елдәр" иҫкән
Биш миллион һум аҡсаһынан "елдәр" иҫкән

Күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, халыҡ һаман булһа мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеүен дауам итә. Был юлы Илеш районында йәшәгән 50 йәшлек ир биш миллиондан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, муттарҙың уның исеменә кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр итә. Тиҙ ышаныусан ирҙе албырғатып, "банк хеҙмәткәре" уны кредит алырға һәм аҡсаны "ышаныслы иҫәптәргә" күсерергә күндергән. Аҡса күсерелгәс тә, мутлашыусы менән бәйләнеш өҙөлә. Шул мәлдә пенсионер ир үҙенең алданыуын аңлай, әммә һуң була шул...

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре тип алдап шылтыратыусыларға бер ваҡытта ла иҫәп картаһынаң номерын әйтергә ярамай. Сит номерҙан шылтыратыусылар булһа, абай булығыҙ!
 
Фото:md-gazeta.ru
Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: