Даирә
+4 °С
Ясно
Уяу булайыҡ
20 Апреля 2022, 11:28

Өс кешенең ғүмере өҙөлгән юл фажиғәһендә иҫән ҡалған водителгә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай

18 апрелдә көндөҙ Күгәрсен ауылы янында үлемесле автоавария теркәлгән: автомобиль һыуға төшөп киткән. Рулдәге ханым иҫән, ләкин уның өс пассажиры йән биргән. Ун бала әсәйһеҙ ҡалған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән юл фажиғәһендә иҫән ҡалған водителгә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янайӨс кешенең ғүмере өҙөлгән юл фажиғәһендә иҫән ҡалған водителгә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән юл фажиғәһендә иҫән ҡалған водителгә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай

53 йәшлек ҡатындың – биш, 49 йәшлегенең – өс һәм 36 йәшлегенең ике балаһы. 48 йәшлек водителдең иһә өс балаһы бар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ханым бергә эшләгән иптәштәре менән кәйеф-сафа ҡорған. Һуңынан улар, «ВАЗ-21140» автомобиленә ултырып, яҡында ғына урынлашҡан һыу һаҡлағыс яғына киткән. Дамбанан сығып барғанда водитель идара итеү һәләтен юғалтып, һыуға сумған. Ул бата башлаған машинанан сығып, ярға барып еткән. Шунда бер кеше уны күреп ҡалып, ашығыс ярҙам саҡыртҡан.

Автор:
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас