Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
20 Апрель 2022, 08:51

18 кеше ауыр хәлдә...

Алты автопоезд алты маршрут буйынса – Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет яғында эш башланы.

18 кеше ауыр хәлдә...
18 кеше ауыр хәлдә...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сираттағы брифингын ведомствоның матбуғат секретары һәм Республикаға идара итеү хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова алып барҙы.

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһының 251 осрағы теркәлгән. Республика стационарҙарында – 130, амбулатор шарттарҙа 1 880 ауырыу дауалана. 18 пациент ауыр хәлдә, ике кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты үлем осрағы теркәлгән.

Республикала коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу дауам итә. Уны тулыһынса 433 858 кеше тамамлаған (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 98 проценты). Тәүлек эсендә 5 480 кеше вакцина яһатҡан. Шулай уҡ 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында прививка эшләтеү дауам итә.

Брифингта “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының ҡайҙа, ҡасан дауам итәсәге тураһында әйтелде. Быйыл “Сәләмәтлек поездары” 18 апрелдә дүртенсе тапҡыр сәфәргә сыҡты. Ауылда йәшәүселәрҙең консультация алыу, тикшеренеү үтеү һәм тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлеге буласаҡ. Алты автопоезд алты маршрут буйынса – Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет яғында эш башланы. График тураһында тулы белешмә менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында таныша алаһығыҙ: (https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/

Халыҡты талпандар миҙгеленең башланыуына бәйле һорауҙар ҙа борсой. Был бөжәктәрҙән март айында уҡ тешләнгән кешеләр ҙә бар. Тикшереү үткәндәрҙең береһе лә инфекцияны йоҡтормаған. Табиптар тәбиғәт ҡосағына, походтарға йөрөргә яратҡандарға вакцина яһатырға тәҡдим итә. Талпан ҡаҙалған осраҡта, уларҙы тикшереү өсөн Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалдарына тапшырырға кәрәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: