Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
12 Апрель 2022, 15:04

Башҡортостанда урман хужалыҡтары янғындарға ҡаршы торорға әҙерләнә

Синоптиктар фаразынса, быйыл тотош илдә аномаль эҫе һәм ҡоро һауа торошо көтөлә.

Башҡортостанда урман хужалыҡтары янғындарға ҡаршы торорға әҙерләнә
Башҡортостанда урман хужалыҡтары янғындарға ҡаршы торорға әҙерләнә

Апрелдә һауа шарттары урман янғындары сығыуға килтереүе мөмкин, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.

Янғын хәүефе миҙгеле алдынан ведомство быйыл тәүге тапҡыр урман биләмәләрен һауанан тикшереп сыҡты.Яҡынса 1,6 мең саҡрымлыҡ маршрут Башҡортостандың көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшө аша үтте.

Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең летчик-күҙәтеүсеһе Урал Риянов хәбәр итеүенсә, тигеҙлектәрҙә ҡар иреп бөткән, Бөрйән, Йылайыр, Белорет һәм Учалы райондары тауҙарында ҡар бар әле.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-04-12/v-bashkirii-lesnichestva-gotovyatsya-protivostoyat-pozharam-2766032

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: