Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
31 Март 2022, 10:01

Трансформатор хәүеф тыуҙыра

Балаларыбыҙ уның тирәһендә уйнай, ә беҙ йөрәкте усҡа йомабыҙ был саҡта

Трансформатор хәүеф тыуҙыра
Трансформатор хәүеф тыуҙыра

“Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан ялыуҙар йыш килә. Мәҫәлән, Иглин районының Иглин ҡасабаһында ғүмер итеүсе Татьяна Разбежкина, ә ул әҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаилә,  баҡсаларында трансформатор подстанцияһының урынлашыуына зарланған.

– Беҙҙең картуф баҡсаһының ҡап уртаһында трансформатор подстанцияһы ултыра, уны алдырыу тураһында кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек, барыһы ла бушҡа, – тип яҙған Татьяна Разбежкина. – Юғары токлы подстанция шул хәтлем беҙҙең өсөн хәүефле, уны 2018 йылда уҡ бүтән урынға күсерергә тейеш инеләр. Был хаҡта хакимиәт башлығы Г.М. Шәйхетдиновтың ҡултамғаһы ҡуйылған документ та бар. Балаларыбыҙ уның тирәһендә уйнай, ә беҙ йөрәкте усҡа йомабыҙ был саҡта.

Татьяна Разбежкина яҙыуынса, улар ергә ваҡытында һалым түләй. Әйткәндәй, ошо трансформаторҙың ҡапҡастары асыҡ көйөнсә тора икән.

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығынан бер нисә тапҡыр яуап алғандар. Тәүгеһендә, Иглин районында электр биреүҙе яҡшыртыу тураһында әйткәндәр, икенсеһендә трансформаторҙы 2021 йылдың 1 кварталында һүтеп аласаҡтарын белдергәндәр. Аҙҙаҡыһында, ниһайәт, трансформатор подстанцияһын һүтеп алыуҙарын еткергәндәр.

Фото: Татьяна Разбежкина.

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: