Даирә
+6 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
10 Января 2022, 16:40

Республикала 13 йәшлек ҡыҙ янған йорттан үҙаллы сыға алған

10 ғинуарҙа Шишмә районы Санжаровка ауылындағы йортта янғын сыҡҡан.

Республикала 13 йәшлек ҡыҙ янған йорттан үҙаллы сыға алғанРеспубликала 13 йәшлек ҡыҙ янған йорттан үҙаллы сыға алған
Республикала 13 йәшлек ҡыҙ янған йорттан үҙаллы сыға алған

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын ваҡытында 13 йәшлек ҡыҙ өйҙә булған. Баланың дөрөҫ эш итеүе һөҙөмтәһендә ҡорбандар юҡ.

«Ҡыҙ тиҙ генә өйҙән сығып китә алған. Ваҡиға урынына Уҙытамаҡ ауылы инструкторҙары һәм янғын һүндереүселәре  килеп еткән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Бала әйтеүенсә, ут мендәргә ҡолаған йылытҡыстан сыҡҡан», — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-10/v-bashkirii-13-letnyaya-devochka-smogla-samostoyatelno-vybratsya-iz-goryaschego-doma-2649010

Автор:Альмира Давлетбаева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас