+1 °С
Ясно


Инвалид кешенең яңғыҙы йәшәгәнлеге билдәле. Янғындың сәбәбе – иҫерек килеш тәмәке тартыу, тип фаразлай белгестәр.
Бынан тыш, Һарт-Наурыз һәм Олокүл ауылдарында ике мунса янған. Ә йыл башынан иһә районда барлығы 154 (!) янғын сыға, өс кешенең ғүмере өҙөлә, бишеһе зыян күрә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән, көнкүреш техникаһы, төрлө йылытҡыстар менән һаҡ булығыҙ. Насар ғәҙәттәр ҙә фажиғәгә тура илтеүен иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине. Һеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе бәлә-ҡазалар урап үтһен!