Даирә
+21 °С
Облачно
Уяу булайыҡ
11 Ноября 2021, 07:04

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ

Көн һайын тиерлек юлдарҙа фажиғәгә осрап һәләк булыусылар тураһында хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Күбеһенсә бындай күңелһеҙ хәлдәр эскән килеш руль артына ултырыусылар арҡаһында килеп сыға. Алкоголь ҡабул иткәндән һуң транспорт менән идара итеүселәргә,шулай уҡ полиция хеҙмәткәренең иҫереклек дәрәжәһен билдәләү өсөн медицина тикшереүе үтергә кәрәклеге тураһындағы закон талабын үтәмәүселәргә яза ҡәтғиләнеүе лә кешеләргә кәртә булып тормай.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙЮлдарҙа һаҡ булығыҙ
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ

Административ ҡануниәткә ярашлы, иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн водителгә 30мең һум күләмендә штраф һалына һәм йыл ярымдан ике йылға тиклем транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Граждандың эскәнме юҡмы икәнлеген асыҡлау буйынса медицина тикшеренеүенән баш тартыуы өсөн дә етди штраф һәм во дитель таныҡлығынан мәхрүм итеү янай. Иҫерек килеш руль артына ултырған водитель икенсе тапҡыр тотолһа, йәиһә ҡабат медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартһа, административ яуаплылыҡ менән генә сикләнелмәйәсәк,енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Был ваҡытта штраф күләме 200-300 мең һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, автомобилдә иҫерек килеш елдерергә яратыусылар 480 сәғәткә тиклем йөкләмә буйынса йәиһә 2 йылға тиклем мәжбүри эшкә тарттырыла. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫерек водителдәр менән даими көрәш алып бара. Был эштә уларға башҡа төр хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре балаларҙы йөрөткәндә ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үтәргә саҡыра, атап әйткәндә,балалар ҡоролмаларын тотоу һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын мотлаҡ файҙаланыу тураһында водителдәр араһында аңлатыу эштәре алып бара. Машина менән идара итеүселәр закон талаптарының ҡәтғиләнеүен белә тороп, үҙҙәренә, пассажирҙарға, йәйәүлеләргә би тараф булмаһа ине. Иҫерек килеш автомобиль менән идара итеүселәрҙе кисекмәҫтән 8 (34765) 2-13-31 номеры аша полиция бүлегенә хәбәр итергә кәрәк, сөнки ул үҙе өсөн генә түгел, тирә-йүндәгеләрҙең тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Артур МЫРҘАБАЕВ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас