Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
25 Май 2021, 15:59

Бәләбәй районында - янғын

Өс йорт һәм мунса яна, шулай уҡ...

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә Бәләбәй районының Знаменка ауылында янғын сыға. "Ҡыҙыл әтәс" башта бер ағас йортто ялмап ала, аҙаҡ ут күрше йорттарға тоҡана. һөҙөмтәлә, ике тораҡ йорт, бер ташландыҡ йорт һәм мунса көл-күмергә әйләнә. Янғынды һүндереп бөткәс, ҡотҡарыусылар бер ирҙең кәүҙәһенә юлыға. Уның 1965 йылғы икәнлеге асыҡланған.
"Ҡыҙыл ут"ты ауыҙлыҡлауҙа бөтәһе 22 ҡотҡарыусылар һәм 8 берәмек махсус техника ҡатнаша. Ваҡиға урынында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй, осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Көндәрҙең үтә ҡоро һәм эҫе тороуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Шуға күрә ут менән бик һаҡ эш итегеҙ. һыуҙан ҡалһа ла, уттан бер нәмә лә ҡалмауын онотмағыҙ!
Фото: РБ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-l-b-y-rayoninda-yan-in-805664/
Читайте нас: