Апрелдең һуңғы көнөндә Ғафури районында булған ҡурҡыныс янғын тураһында кисә хәбәр иткәйнек.
Унда Красноусол ҡасабаһында йәшәгән 68 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө. Әле асыҡланыуынса, был янғын башланған саҡта өйҙә бабай менән бергә уның 17 йәшлек ейәне лә булған.
Ул уттан сығып ҡотола алған, ә бабай - юҡ... Иҫән ҡалған егет - 11-се класс уҡыусыһы Сергей. Бабай уның иң яҡын кешеһе һәм берҙән-бер опекуны булған. Хәҙер егет бер кемһеҙ, торлаҡһыҙ, документһыҙ, аҡсаһыҙ, кейемһеҙ тороп ҡалған. Ауылдаштары уның өсөн бик ҡайғыра. Әле Сергейҙы класташының ата-әсәһе ваҡытлыса ҡарауға алған, юҡһа приютҡа ебәрерҙәр ине. Егеткә быйыл 11-се класты тамамларға кәрәк.
"Бик ауыр һынау төштө уның иңенә. Сергейға хәҙер мәктәпте тамамларға, артабан йәшәргә, уҡырға инергә кәрәк. Ошондай ваҡытта уға беҙҙең ярҙамыбыҙ мөһим", – ти ауылдашы Эльвира Ғ.
Әле Сергейға документтарын тергеҙеү, кейем алыу өсөн аҡса кәрәк. Әгәр уға ярҙам итергә теләһәгеҙ, 8-961-364-78-73 номерына беркетелгән Һаҡлыҡ банкы картаһына уның ваҡытлы опекуны Ғабдуллина Эльвира Миңлеҡол ҡыҙы исеменә аҡса күсерергә була.