Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
26 Апрель 2021, 11:48

Руль артында иҫен юғалтҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр кисә бик аяныслы ваҡиға шаһиты булған. Урамда китеп барған "ГАЗель" машинаһы ҡапыл хәрәкәт итеүен юғалта, аҙаҡ кабина ишеге асылып, унан водитель ҡолап төшә.

"Sterlitamakcity" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, инцидент ҡаланың Хоҙайбирҙин урамындағы "Башҡорт гимназияһы" һәм "Радио йорто" туҡталыштары араһында теркәлгән. Шаһиттар төшөргән видеола, хәрәкәт итеп барған "Газель"дың ҡапыл ишеге асылып, кабинанан водителдең юлға ҡолап төшөүе, микроавтобустың идара итеү тиҙлеген юғалтып, ҡоймаға бәрелеп туҡтауы күренә. Бәхеткә күрә, был ваҡытта юлда кешеләр ҙә, ҡаршы килгән машиналар ҙа булмай. Водителдәр хәлде алдан күреп, туҡтарға өлгөргән. Шуға күрә берәү ҙә зыян күрмәгән.
Водитель янына ярҙамға килгәндә, уның иҫһеҙ булыуы асыҡланған. Күрәһең, уның руль артында хәле насарайған һәм идара итә алмай, юлға ҡолаған. Зыян күреүсене дауаханаға оҙатҡандар, әле уның һаулығы өсөн табиптар көрәшһә, юл инспекторҙары ваҡиға буйынса тикшереү үткәрә.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас